Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯУГИЛДЕ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл

Просмотров: 534

ЯУГИЛДЕ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Яугилде а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 34 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 75 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1300 кеше; 1920 — 1421; 1939 — 974; 1959 — 660; 1989 — 426; 2002 — 459; 2010 — 453 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Бөрөөйәҙе Һунлар улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1790 й. керҙәшлек килешеүе б‑са мишәрҙәр нигеҙ һала. 1865 й. 120 йортта 755 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, ылаусылыҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет (1850 й. төҙөлгән), уч‑ще, почта станцияһы булған. 1906 й. ш. уҡ тимерлек, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Ғ.Л.Лоҡманов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019