Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯУГИЛДЕ, С а м ы ш, Ғафури р‑нындағы ауыл

Просмотров: 503

ЯУГИЛДЕ, С а м ы ш, Ғафури р‑нындағы ауыл, Бурлы а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 34 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 53 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 297 кеше; 1920 — 403; 1939 — 449; 1959 — 433; 1989 — 259; 2002 — 257; 2010 — 226 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Бурлы урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәсет бар.

Ауылға 18 б. уртаһында Нуғай даруғаһы Кесе Табын улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улы Ҡәҙерғол Яугилдин билдәле. 1795 й. 18 йортта 92 кеше йәшәгән, 1865 й. 23 йортта — 227 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, сана яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, уч‑ще булған. 1906 й. мәсет теркәлгән; шөғөлдәр араһында урман кәсебе иҫәпкә алынған.

Ғ.Ш.Шәйәхмәтов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019