Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯУЫМ‑ТӨШӨМ

Просмотров: 602

ЯУЫМ‑ТӨШӨМ, болоттан яуған йәки һауала булған һыу парының конденсацияһы һөҙөмтәһендә ер өҫтөндә һәм ер өҫтө әйберҙәрендә барлыҡҡа килгән шыйыҡ һәм ҡаты хәлдәге һыу. Ерҙәге дым әйләнешенең бер өлөшө булып тора. Болоттан яуған Я.‑т.: борғанаҡ ҡар (боҙло, ҡарлы), борсаҡ, быҫҡаҡ ямғыр, ҡар, ямғыр; һауанан төшкән Я.‑т. (гидрометеорҙар): боҙлауыҡ, бәҫ, ҡырау, ысыҡ. Барлыҡҡа килеү шарттары б‑са эске массалы (һауа массаларында барлыҡҡа килә), фронталь (атмосфера фронттары м‑н бәйле) Я.‑т. айырыла. Яуыу характеры б‑са баҫып яуған (оҙайлы, йылы фронт м‑н бәйле булған ҡатлаулы‑ямғыр һәм ҡатлаулы бейек болоттарҙан яуа), ҡойма (ҡыҫҡа ваҡыт эсендә күп күләмдә өйкөм‑ямғыр болоттарынан яуа, ел һәм йәшен м‑н оҙатыла), быҫҡаҡлап яуған (ваҡ тамсылы, ҡатлаулы болоттарҙан яуа) Я.‑т. була. Плювиограф, ямғыр үлсәгес, яуым үлсәгес, ҙур майҙандарҙа радиолокация ярҙамында үлсәнә. Миҡдары яуған һыу ҡатламының мм сағыла, интенсивлығы мм/мин, сәғ., тәүлек м‑н иҫәпләнә. Я.‑т. миҡдары (уртаса айлыҡ, йыллыҡ, күп йыллыҡ), уларҙың ер өҫтөндә таралыуы, йыллыҡ һәм тәүлек барышы, ҡабатланыуы, интенсивлығы һ.б. — климатты билдәләгән характеристикалар. Я.‑т. суммаһы күп факторҙарға бәйле, улар араһында иң мөһиме булып һауа массаһының дымлылығы, атмосфера циркуляцияһы һәм орография һанала. БР терр‑яһына Я.‑т. төп өлөшө Атлантик океандан килә. Уларҙың терр‑я буйлап таралыуы һырттары субмеридиональ йүнәлештә булған Урал тауҙарының барьер йоғонтоһо м‑н билдәләнә. Битләүҙәрҙең киңлегенә һәм экспозицияһына бәйле Я.‑т. йыллыҡ суммаһы респ. төрлөсә була. Башҡортостандың Урал алды төньяғында (Асҡын, Яңауыл метеостанциялары) Я.‑т. миҡдары 500—650 мм/йыл алып көньяғында (Мәләүез, Раевка метеостанциялары) 500—550‑гә тиклем үҙгәреп тора, Ағиҙел буйы убалы тигеҙлеге үҙәгендә — яҡынса 400 (Шишмә метеостанцияһы); тау алды һәм тау өлөшөндә — 550‑нән алып 700 мм/ йыл тиклем (был дым алып килеүсе һауа массаларының бейеклеккә күтәрелеүе һәм тау массивы алдынан Я.‑т. яуыуы м‑н бәйле). Урал тауҙарының “ямғыр күләгәһендә” урынлашҡан Башҡортостандың Урал аръяғы көньяғында (Аҡъяр метеостанцияһы) Я.‑т. миҡдары 320— 350 мм/йыл һәм төньяғында (Учалы метеостанцияһы) 450—500‑гә тиклем кәмей. Иң күп Я.‑т. йәйен яуа — 40% (июлдә макс., 12—18%), көҙөн — яҡынса 30%, яҙын — яҡынса 17% (мартта миним., 3—5%), ҡышын — 13%. Я.‑т. яҡынса 60%‑ы шыйыҡ (быҫҡаҡ ямғыр, ямғыр), 30%‑ы — ҡаты (ҡар, боҙло йәки ҡарлы борғанаҡ ҡар), 10%‑ы ҡатнаш (епшек ҡар, ҡарлы ям­ғыр) була. Респ. йыл һайын тотороҡло ҡар ҡатламы ята.

Р.Ғ.Ғәлимова

Тәрж. З.Б.Латипова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019