Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯФАЕВ Әхмәт Вәлиәмәт улы

Просмотров: 608

ЯФАЕВ Әхмәт Вәлиәмәт улы (1899, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Бүздәк а., хәҙ. БР‑ҙың Бүздәк р‑ны Иҫке Бүздәк а., — 30.9.1979, Өфө), агроном. А.х. ф. канд. (1936). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1961), СССР‑ҙың соц. а.х. отличнигы (1949). К.А. Тимирязев ис. Мәскәү а.х. акад. тамамлаған (1927). 1929 й. алып Шишмә селекция‑тәжрибә ст. дир. урынбаҫары, 1930— 32 йй. дир., 1936 й. — Башҡ‑н юғары коммунистик а.х. мәктәбе (Өфө) уҡытыусыһы. 1940— 71 йй. БАХИ‑ла эшләй: 1968 й. тиклем үҫемлекселек каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1951— 55 йй. агрономия ф‑ты, 1955 й. башлап а.х. механизациялау ф‑ты деканы. Фәнни тикшеренеүҙәре а.х. культураларының, ш. иҫ. ҡуҙаҡлы иген культураларының, мал аҙығы культураларының биологияһына, селекцияһына, орлоҡсолоғона, агротехникаһына арналған. Я. тарафынан болон клеверының Уфимский 1 сорты сығарылған. 100 фәнни хеҙмәт һәм уйлап табыу авторы. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1949).

Х е ҙ м.: Возделывание многолетних трав в Башкирии. Уфа, 1967 (авторҙ.); Культуры клевера красного в Башкирии. Уфа, 1975.

Р.Р.Исмәғилев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019