Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯХИМОВИЧ Варвара Львовна

Просмотров: 738

ЯХИМОВИЧ Варвара Львовна (17. 12.1913, Варшава — 19.8.1994, Өфө), геолог‑стратиграф. БР ФА‑ның почётлы акад. (1991), геол.‑минералогия ф. д‑ры (1959), проф. (1969). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1964), РСФСР‑ҙың атҡ. геологы (1984). Һарытау ун‑тын тамамлаған (1941). 1931 й. алып Урта Волга геол.‑гидро‑геодезия тресында (Һамар ҡ.) өлкән коллектор. 1935— 36 йй. СССР Юл бәйләнештәре ХК‑ның Ырымбур т. юлдарындағы Быраулау эштәре участкаһының (Ырымбур ҡ.) техник‑геологы; 1940 й. башлап Ленинград геол.‑разведка тресының Ҡараҡом геол.‑разведка партияһында өлкән коллектор, 1941 й. — СССР Күмер сәнәғәте министрлығының “Южуралуглеразведка” тресындағы (Ырымбур) геол.‑разведка һәм геол.‑күсермә алыу партияларының өлкән геологы, петрография кабинетының мөдире, геол.‑эҙләнеү партияһының етәксеһе; 1951 й. алып “Гидропроект” Гидротехник ҡоролмалар төҙөү өсөн проектлау, эҙләнеү һәм тикшереү идаралығының (Мәскәү) өлкән инженеры, экспедицияһында баш геолог. 1953—94 йй. Геология ин‑тында (Өфө): өлкән ғилми хеҙм‑р, баш ғилми хеҙм‑р, лаб. мөдире. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге кайнозойҙың төбәк геологияһын, стратиграфияһын тикшереүгә бәйле. Я. ҡатнашлығында Көньяҡ Урал һоро күмер бассейны ятҡылыҡтары асылған. Уның тарафынан Башҡортостандың Урал алдының, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының, Башҡортостандың Урал аръяғының геол. төҙөлөшө өйрәнелгән, палеоген, неоген һәм квартерҙың тәүге стратиграфик схемалары, Зайсан уйпатлы­ғындағы (Көнсығыш Ҡаҙағстан) континенталь ултырмаларҙың магнитостратиграфик шкалаһы эшләнгән. 170‑тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. СССР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1950). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1976).

Х е ҙ м.: Кайнозой Башкирского Предуралья. Т.1—2. Уфа; М., 1958—1970 (авторҙ.); Антропоген Южного Урала. М., 1965 (авторҙ.); Плиоцен и плейстоцен Волго‑Уральской области. М., 1981 (авторҙ.).

 Г.Ә.Данукалова

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 31.03.2023