Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯХИН Фәйзелғаян Фәтҡулбаян улы

Просмотров: 754

ЯХИН Фәйзелғаян Фәтҡулбаян улы (9.6.1923, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Үрге Йөннө а., хәҙ. БР‑ҙың Илеш р‑ны Йөннө а., — 25.6.1999, ш. уҡ р‑ндың Иҫәнбай а.), хужалыҡ эшмәкәре. Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1938 й. алып Белорет металлургия комб‑тының электр м‑н иретеп йәбештереүсеһе. 1941 й. башлап Илеш р‑нында: 1942 й. тиклем Йәркәй МТС‑ының трактор бригадаһында хисапсы, 1948 й. алып ДОСААФ район бүлексәһе (Үрге Йәркәй а.) рәйесе, 1953 й. — КПСС район ком‑ты инструкторы, 1957 й. — Андреевка МТС‑ының партия ойошмаһы секретары, 1958—87 йй. “Октябрь” к‑зы рәйесе. Я. етәкс. к‑з юғары етештереү күрһәткестәренә өлгәшкән: 1965 й. иген культураларының уртаса уңдырышлылығы — 20,1 ц/га (ш. иҫ. бойҙай — 22,3, арыш — 19,5, һоло — 21,2), 1968 й. 32,7 ц/га тәшкил иткән. БАССР ЮС‑ының 8‑се саҡырылыш депутаты. Ленин (1966), Окт. Революцияһы (1971), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981) орд. м‑н бүләкләнгән. Я. исеме м‑н Иҫәнбай а. урам аталған.

Әҙәб.: П л а т о н о в М. Рост //Герои труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1970.

И.Ғәримова

Тәрж. А.Н.Күсеев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019