Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯХИНА Әнисә Алтынтимер ҡыҙы

Просмотров: 803

ЯХИНА Әнисә Алтынтимер ҡыҙы (11.5.1952, БАССР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны Табылды а.), эстрада артисы. БР‑ҙың халыҡ (1993), БАССР‑ҙың атҡ. (1988) артисы. Өфө циркы эргәһендәге Башҡорт цирк студияһын (1976), ӨДСИ‑не (1989; Ғ.Ғ. Ғиләжев курсы) тамамлаған. 1970 й. алып Башҡорт ҡурсаҡ театры актрисаһы, 1974 й. — Өфө циркының Башҡорт цирк коллективы артисы; 1976—2002 йй. Башҡорт филармонияһында һөйләү жанры артисы, 2005 й. башлап художество етәксеһе, 2008 й. — сәхнә телмәре б‑са репетитор; 2011— 14 йй. “Мираҫ” (“Наследие”) Хәйриә фонды (Өфө) директоры. 2002—05 йй. БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығында сәнғәт бүлеге начальнигы. Нәфис һүҙ оҫтаһы. Я. репертуарында С.Ә.Низаметдинов музыкаһына Р.Й.Ғариповтың “Табыныу” поэмаһы б‑са ш. уҡ исемле әҙәби‑муз. программа, Р.Ә.Солтангәрәева шиғырҙа­рына һәм ҡобайырҙарына “Мәңгелек йән — моң икән”, Ғариповтың шиғриәте б‑са “Һин ашыҡма, ҡояш”, “Мин яратам һине, тормош”, Р.Т. Бикбаевтың “Халҡыма хат” поэмаһы б‑са ш. уҡ исемле әҙәби‑муз. программалар, ш. уҡ Ә.Ҡ.Атнабаев, З.А. Биишева, М.Кәрим, З.С. Ҡотлогилдина, Н.Нәжми, Р.Ә.Сафин, Ә.А. Таһирова, Г.Юнысова, Г.М. Яҡупова һ.б. әҫәрҙәре б‑са әҙәби‑муз. программалар бар. Мәскәүҙә БАССР мәҙәниәте (1987), ТАССР‑ҙа БАССР әҙәбиәте һәм сәнғәте (Ҡазан, 1989), Ырымбур өлк. БР мәҙәниәте (Ырымбур ҡ., 1996), Мәскәүҙә БР (1997) көндәрендә һ.б. ҡатнаша. СССР, Рәсәй, Испания, Польша буйлап гастролдәрҙә була.

Г.Ә.Ишкинина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019