Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯХЪЯ, Салауат р‑нындағы ауыл

Просмотров: 799

ЯХЪЯ, Салауат р‑нындағы ауыл, Ишембай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 28 км һәм Кропачёво т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнс. табан 8 км алыҫлыҡта Бирҙәш й. (Йүрүҙән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 609 кеше; 1920 — 609; 1939 — 512; 1959 — 432; 1989 — 268; 2002 — 368; 2010 — 333 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, интернат, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Себер даруғаһы Ҡыр‑Көҙәй улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Улус старшинаһы Яхъя Яҡшыев исеме м‑н аталған. 1795 й. 27 йортта 128 кеше йәшәгән, 1865 й. Ахъяла 71 йортта — 393 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет булған. 1906 й. мәсет, 2 мөгәзәй теркәлгән; шулай уҡ шөғөлдәр араһында тау заводтарында эшләү булған. 2005 й. ауылға Яхъя разъезы ҡасабаһы (20 б. башында нигеҙләнгән) ҡушылған. 2007 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Ауыл эргәһендә Бурановка тораһы һәм яҙыуҙары бар. Ф.Х. Бәхтейәров, Х.С.Искәндәрова ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019