Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҺАҠ

Просмотров: 823

ЯҺАҠ, Урал‑Волга буйы һәм Себер халыҡтарына һалынған натуралата йәки аҡсалата һалым. Рус поданныйлығын ҡабул иткәнгә тиклем башҡорттар Монгол империяһына, Алтын Урҙаға, 15 б. уртаһынан Нуғай Урҙаһына, Ҡазан ханлығына, Себер ханлығына Я. түләгән. Я. (һунарсынан инә төлкө йәки ярты һыуһар йәки улустан 300—500 һыуһар; ш. уҡ кеш, ҡондоҙ, тейен һ.б. йәнлек тиреләре м‑н түләгәндәр) йыйыу м‑н даруғалар һәм баҫҡаҡтар шөғөлләнгән. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуының төп шарты булып элекке күләмдәге Я. түләү торған. 17 б. типтәрҙәр һәм бобылдәр аҡсалата Я. (һәр йорттан 40 тин) түләгән. 18 б. башында Камер‑коллегия тарафынан башҡорттар (1508 һум 86 тин) һәм керҙәштәр (5217 һум 63 тин) өсөн йыл һайын түләнә торған Я. раҫланған. Сенат указы м‑н 1734 й. 5 июненән уртаса Я. күләме һәр йорттан 25 тиндән 50 тингә тиклем арттырылған, башҡорттарҙан йыллыҡ Я. 2054 һумға, типтәр һәм бобылдәрҙән 8506 һумға тиклем еткән. Баш­ҡорттар ергә Я. түләгән һәм уны аҫабалыҡ хоҡуғын (ҡара: Башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы) һаҡлау нигеҙе тип иҫәпләгән. Игенселек райондарында халыҡҡа һөрөнтө ерҙәргә, малсылыҡ райондарында һунар кәсебенә һәм солоҡсолоҡҡа Я. һалынған. Башҡорттарҙан йыйыла торған Я. общиналар араһында бүленгән, күсеп килгән халыҡҡа Я. һәр йортҡа һалынған. Я. йыйыу сент. башланған һәм 5—6 айға һуҙылған. Йыйылған Я. Өфөлә һәм Ҡазанда ҡабул ителгән. Түләүселәрҙең (яһаҡлы кешеләр) һәр береһе исемлеккә индерелгән һәм Я. түләү т‑да мәғлүмәттәр яһаҡ китаптарына теркәлгән. Башҡорт ихтилалдары (1735—40) осоронда баш­ҡорттар Я. түләмәгән, 7509 һум 96 тин күләмендәге бурыс И.И. Неплюевтыңүтенесе м‑н бөтөрөлгән. 1747 й. майында типтәрҙәр һәм бобылдәргә — Я. урынына (һәр йорттан 82 тин) йән башына һалым (ир‑егеттәр өсөн 80 тин), мишәрҙәргәЯ. (һәр йорттан 25 тин) һалынған, был ихтилал (1747) башланыуҙың төп сәбәбе булған. Сенаттың 1754 й. 16 мартындағы указы м‑н башҡорттар өсөн Я. тоҙҙо ҡаҙнанан ботон 35 тин м‑н һатып алыуға (Я. 5—6 тапҡырға ҡиммәтерәк булған) алмаштырылған. Я. бөтөрөү аҫабалыҡ хоҡуғын юҡ итеү тип ҡабул ителгән һәм башҡорт ихтилалы  (1755—56) сәбәптәренең береһе булған.

Р.Ғ.Буканова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019