Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҺАЛМА БӨЙӨР

Просмотров: 772

“ЯҺАЛМА БӨЙӨР”, г е м о д и а л и з а т о р, экстракорпораль гемодиализ өсөн аппарат, ҡандан алмашыу продукттарын һәм ағыулы матдәләрҙе сығарыу, организмда һыу‑электролит һәм кислота‑һелте балансын көйләү өсөн ҡулланыла. “Я.б.” эшләү принцибы үҙ эсенә ҡандың физиол. концентрацияларға яҡын төп электролиттарын, глюкозаны индергән һәм организмдан сығарып ташланырға тейешле матдәләрҙе (мочевина, креатинин, бәүел к‑таһы, сульфаттар, фосфаттар һ.б.) индермәгән диализлаусы иретмәлә һәм ҡанда концентрациялары төрлө булыу сәбәпле ярым үткәргес мембрана аша үткәрелгән матдәләр диализына нигеҙләнә. Киҫкен һәм хроник бөйөр етешмәүсәнлеге булғанда бөйөрҙәрҙең бүлеп сығарыу функцияһын ваҡытлыса алмаштырыу, ш. уҡ ағыуланғанда диализланыусы ағыулы матдәләрҙе һәм шешенгәндә артыҡ һыуҙы сығарыу өсөн файҙаланыла. Тәүге тапҡыр “Я.б.” аппараты Башҡортостанда 1964 й. Республика клиник дауаханаһында ауырыуҙарҙы стационар дауалау өсөн ҡулланыла, 1977 й. алып хроник бөйөр етешмәүсәнлегенең терминаль стадияһы булған ауырыуҙарҙы гемодиализ м‑н программалы дауалау башлана. 1987 й. Республика балалар клиник дауаханаһында гемодиализ бүлеге, 2001 й. Кардиология диспансерында амбулатор диализ үҙәге асыла. Махсус мед. ярҙамы БР‑ҙың дауалау‑иҫкәртеү учреждениелары база­

һындағы 15 диализ бүлексәһендә, ш. иҫ. 5 дәүләткә ҡарамаған бүлексәлә күрһәтелә (2012). Шулай уҡ ҡара: Нефрология.

А.В.Дмитриев

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019