Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯШИН Захарий Михайлович

Просмотров: 805

ЯШИН Захарий Михайлович (18.9. 1885, Ҡазан губ. Тәтеш өйәҙе — 1965, Өфө), агроном. Техник ф. канд. (1935), проф. (1958). Соц. а.х. отличнигы (1943). Үҙәк Рәсәйҙә һәм Алыҫ Көнсығышта рев‑ция хәрәкәтендә ҡатнашыусы (1904—12). Воронеж а.х. ин‑тын тамамлағандан һуң (1922) шунда уҡ (өҙөклөктәр м‑н) эшләй (1936—37 йй. а.х. машиналары каф. мөдире). 1924—26 йй. Белоруссия а.х. акад. (Горки ҡ.), бер үк ваҡытта 1924 й. башлап Минск машиналар һынау станцияһында (1926 й. алып мөдир). 1928 й. башлап Ленинград а.х. ин‑тының машиналарҙы һынау станцияһында (Пушкин ҡ.) уҡытыусы (1931—35 йй. а.х. механизациялау каф. мөдире) һәм хеҙм‑р, бер үк ваҡытта Юғары партия а.х. мәктәбендә (Ленинград) уҡыта (1933—36 йй. а.х. механизациялау каф. мөдире). 1937 й. алып Таганрог соц. а.х. инженер­-механиктары ин‑тында а.х. машиналары каф. мөдире. 1938—61 йй. БАХИ‑ла: а.х. машиналары каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1950—58 йй. а.х. механизациялау ф‑ты деканы. Фәнни эшмәкәрлеге молотилкалар конструкцияһын камиллаштырыуға, аралыҡ культураларын рәт аралап эшкәртеүҙе механизациялауға, тәгәрмәстәрҙең үтә алыу һәләтенең дөйөм теорияһына арналған. 34 фәнни хеҙмәт авторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1955).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019