Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯБЛОКОВ Дмитрий Дмитриевич

Просмотров: 658

ЯБЛОКОВ Дмитрий Дмитриевич (1.11.1896, Өфө — 18.2.1993, Томск ҡ.), терапевт. СССР Мед. ФА акад. (1965). Соц. Хеҙмәт Геройы (1986). РСФСР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1948). Томск ун‑тын тамамлағандан һуң (1923) шунда уҡ эшләй. 1930 й. алып Себер мед. ун‑тында (Томск): 1936 й. башлап госпиталь терапияһы, 1941—79 йй. факультет терапияһы каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1924—41 йй. Томск физиотерапия ин‑тында уҡыта, 1943—45 йй. Себер хәрби округының эвакуация госпиталдәрендә баш терапевт булып эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге ревматизмды, тын алыу ағзалары ауырыу­ҙарын (туберкулёз, үпкәнең һөнәри ауырыуҙары) диагностикалау һәм дауалауға, Көнбайыш Себерҙең дарыу үҫемлектәрен һәм курорт ресурстарын өйрәнеүгә һ.б. арналған. 250‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. РСФСР ЮС‑ының 3—4‑се саҡырылыш депутаты. СССР‑ҙың Дәүләт пр. (1947), С.П.Боткин ис. пр. (1971) лауреаты. Ленин (1956, 1976, 1986), Окт. Революцияһы (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1945, 1961) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Избранные главы по частной терапии внутренних болезней. 2‑е изд., перераб. и доп. Томск, 1990.

Тәрж.­ Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019