Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯГОДКИН Василий Максимович

Просмотров: 686

ЯГОДКИН Василий Максимович (1.7.1939, Брянск өлк. Княгинино а. — 24.1.2015, Өфө), инженер‑конструктор. Физика‑матем. ф. д‑ры (2002). Куйбышев авиация ин‑тын тамамлағандан һуң (1967) 2010 й. тиклем БДУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге микроэлектроникаға арналған. Я. тарафынан полиэфирсульфондарҙың, полидифениленфталидтарҙың, улар нигеҙендәге композицион­ материал­дарҙың үҙсәнлектәренә комплекслы тикшеренеүҙәр үткәрелгән; ҙур үлсәмле гибрид интеграль схемаларҙы, күп ҡатламлы коммутация платаларын ҡалын плёнкалы технология б‑са етештереү өсөн материалдар класы эшләнгән. Асыштары “Кабель” КБ‑нда, “Молния” пр‑тиеһында индерелгән. 60‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Влияние комплексов переходных металлов на электронную структуру ароматических полиядерных соединений //Журнал прикладной химии. 2000. Т.73. Вып.2 (авторҙ.); Effect of Structural Transformation in Aromatic Polysulfones on Their Properties //Russian Polymer News. 1999. Vol.4. №4 (авторҙ.).

Р.Ф.Таулыҡаев

ТәржР.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019