Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯДРЕННИКОВ Василий Иванович

Просмотров: 629

ЯДРЕННИКОВ Василий Иванович (19.11.1929, Урал өлк. Бродокалмакский р‑ны Борово а., хәҙ. Силәбе өлк. Красноармейский р‑ны Боровое а.), хужалыҡ эшмәкәре.РСФСР‑ҙың (1991) һәм БАССР‑ҙың (1978) атҡ. төҙөүсеһе. Харьков инженерлыҡ‑төҙөлөш ин‑тын тамамлаған (1957). 1948—55 йй. һәм 1958 й. алып “Стерлитамакстрой” тресында: 1‑се төҙөлөш идаралығында мастер, өлкән прораб, прораб, 1958 й. башлап һәм 1967 й. — 7‑се төҙөлөш‑монтаж идаралығында баш инженер, 1963 й. — нач., 1979 й. алып трест идарасыһы. 1988—90 йй. “Башстрой” терр. идаралығында (Өфө) нач. урынбаҫары. Я. етәкс. респ. соц.‑мәҙәни һәм сәнәғәт тәғәйенләнешендәге объекттары, ш. иҫ. Мәҙәниәт һарайы (Стәрлетамаҡ ҡ.), Белорет­ металлур­гия­ комбинатында 150‑се прокатлау цех‑станы, “Каустик” ПБ‑нда глицерин һәм шыйыҡ хлор, Стәрлетамаҡ синтетик каучук з‑дында (ҡара: “Каучук”) изопрен һәм изопрен каучук производстволары, төҙөлә. БАССР ЮС‑ының 11‑се саҡырылыш депутаты. СССР МС‑ы пр. лауреаты (1985). Ленин (1986), Окт. Революцияһы (1981), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж.­ А.Н.Күсеев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019