Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯДРО‑МАГНИТ РЕЗОНАНСЫ

Просмотров: 633

ЯДРО‑МАГНИТ РЕЗОНАНСЫ (ЯМР), йүнәлештәрен үҙгәртеүгә бәйле ядролары нуль булмаған магнит моментлы (1Н, 13С, 15N, 19F, 29Si, 31P һ.б.) матдәнең электр‑магнит энергияһын резонанслы йотоу күренеше; радиоспектроскопия ысулы. Бер төрлө даими магнит ҡырында көсһөҙ радио йышлыҡлы ҡырҙы һалғанда магнит һәм механик моменттарҙың прецессияһы барлыҡҡа килә; ядроныңмагнит диполь моментының йүнәлеше ҡыр буйлап йәки ҡапма‑ҡаршы булыуы мөмкин (энергияның 2 кимәле). Спин эсендә (спин‑спинлы) йәки тирә‑яҡ мөхиткә (спин‑рәшәткә) йотолған энергияның таралыуы йылылыҡ тигеҙлегенә килтерә (релаксация), ядро магнитланыуының үҙгәреүе хас. ЯМР спектрҙары радиоспектрометрҙар (көсөргәнеш — 1—12 Тл) ярҙамында теркәлә. Төп параметрҙары: резонанс линияһының химик күсеүе (миллиондың бер өлөшө; ниндәйҙер стандарттың күҙәтелгән һәм эталон сигналдар йышлығы айырмаһының эталон сигналға нисбәте, мәҫ., тетраметилсилан), формаһы һәм киңлеге (күп кристалдарҙа спин‑спинлы бәй­ләнеш тарҡалыуға килтерә), релаксация ваҡыты (ядроның электр квадруполь моментының матдәләге локаль электр ҡыры м‑н бәйләнеше йоғонтоһо), спин‑спинлы бәйләнеш константаһы (ябай дублеттар, триплеттар, квадруплеттар һәм ҡатмарлы мультиплеттар рәүешендә бирелә). Хәрәкәтсән шыйыҡсаларҙа ЯМР спектрҙары (юғары сиселешле ЯМР) 1Н, 19F, 13С, 31P ядролары һ.б. өсөн — тар линиялар; химик эквивалентлы ядролар өсөн — яңғыҙ линиялар, ҡатмарлы төҙөлөшлө берләшмәләр өсөн күп линияларҙан тора. Күп атомлы молекулаларҙа химик эквивалентһыҙ торошло бер төрлө атомдарҙың ядроһы ядроларҙың (анизохрон) электрондар м‑н магнитлы экранлау айырмаһы иҫәбенә төрлө химик күсеүҙәргә эйә. Спектрҙарҙың аныҡ параметрҙары квант‑механик иҫәпләүҙәрҙән алына. Модификациялары: спин шаңдауы ысулы, фурье‑спектроскопия. Химик реакцияларҙың аралаш һ.б. продукттарын; берләшмәләрҙең, кристалдарҙың, биополимерҙарҙың структураһын, конформацион тигеҙләнештәрҙе, ҡаты есемдәге атомдар һәм молекулаларҙың диффузияһын, эске хәрәкәттәрҙе, шыйыҡсаларҙағы водород бәйләнештәрен һәм ассоциацияларын, кето‑еноль таутомерияһын, металл‑ һәм прототропияларҙы, полимер сылбырҙарҙағы звеноларҙың тәртипкә килтерелгәнлеген һәм бүленешен, матдәләрҙең адсорбцияһын һ.б. идентификациялауҙа ҡулланыла. ЯМР импульслы фурье‑спектроскопияһы 80 магнит ядроһы б‑са анализ алып барырға мөмкинлек бирә. ЯМР магнит ҡырын прецизион үлсәү һәм стабилләштереү, ауырыуҙарҙы, ш. иҫ. мейеләге шештәрҙе, диагностикалау (томография) приборҙары нигеҙләнгән. Башҡортостанда тәүге ЯМР спектрометры 20 б. 60‑сы йй. Бөтә Союз үҫемлектәрҙе химик һаҡлау саралары ҒТИ‑ның Өфө филиалында барлыҡҡа килә (Н.А. Никифорова, Р.В.Черезов, Я.Б.Ясман). 1971 й. Е.Е.Заева етәкс. Химия ин‑тында (ҡара: Органик­ химия­ институты) ЯМР ысулдарын ҡулланыу б‑са эштәр башлана; үҫешен һәм техник яҡтан йыһазландырыуҙы А.А. Еличев, В.П.Орехов, Л.В.Спирихин башҡара. 70—80‑се йй. Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда (Ф.Г.Унгер), Бөтә Союз Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр ғилми‑тикшеренеү технология ин‑тында (Ю.Е. Сапожников, В.П.Талзи, Ф.Ф.Хизбул­лин, В.З.Эстрина), Нефтехимия производстволары ҒТИ‑нда (Э.А.Круглов), ӨНИ‑лә (Е.А.Кантор) ЯМР ҡулла­нып тикшеренеүҙәр үткәрелә. 80‑се йй. аҙ. Органик химия ин‑тында органик, металлорганик һәм тәбиғи берләшмәләрҙең структураһын тикшереү йүнәлеше формалаша (Е.В. Васильева, Р.Р.Муслухов, Спирихин, Т.В. Тюмкина, Ә.Ә.Фәтихов, Л.М.Хәлилов, О.В.Шитикова). 90‑сы йй. аҙ. башлап Нефтехимия һәм катализ ин‑тында ЯМР динамик спектрометрия ысулдары м‑н каталитик­ реакциялар­ҙың механизмын тикшереү алып барыла (Т.В.Берестова, В.З. Ғабдрахманов, Р.Ф.Ғабдрахманова, Л.В. Парфёнова, С.В.Печаткина, Хәлилов).

Л.М.Хәлилов

Тәрж.­ Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019