ЯҘҒЫЙОРТ, Салауат р‑нындағы ауыл
706
ЯҘҒЫЙОРТ, Салауат р‑нындағы ауыл, Лағыр а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 16 км һәм Мөрсәлим т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 44 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 258 кеше; 1959 — 455; 1989 — 329; 2002 — 280; 2010 — 259 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.
Ауылға 20 б. 30‑сы йй. Малаяҙ районында Лағыр с‑зы ойошторолоуға бәйле ҡасаба булараҡ нигеҙ һалына. 1939 й. Яҙғыйорт фермаһы (213 кеше) һәм Яҙғыйорт (45 кеше) ҡасабалары теркәлгән, һуңыраҡ улар бергә иҫәпкә алынған. 2005 й. хәҙ. статусын ала. Р.А.Ғәлина ошо ауылда тыуған.
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019
Энциклопедиялар: