ЯҘЛАУ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл
622
ЯҘЛАУ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Яҡшембәт а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Ермолаевка т. юл ст. К.‑Көнб. табан 25 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 233 кеше; 1959 — 192; 1989 — 164; 2002 — 207; 2010 — 163 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар. Ауылға 20 б. 20‑се йй. Йылайыр кантонында мордва һәм урыҫ крәҫтиәндәре утар булараҡ нигеҙ һала. 1925 й. 13 йорт теркәлгән. 30‑сы йй. хәҙ. статусын ала.
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019
Энциклопедиялар: