Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯЗЫКОВ, ауыл, Благовар р‑нының үҙәге

Просмотров: 454

ЯЗЫКОВ, ауыл, Благовар р‑нының (1935—63 йй. һәм 1966 й. алып) һәм Языков а/с үҙәге. Өфөнән Көнб. 70 км һәм Благовар т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 14 км алыҫлыҡта Ҡармасан й. буйында, Шишмә—Языков—Саҡмағош автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1906 й. — 0,7 (Языков утары м‑н бергә иҫәпкә алынған); 1920 — 1,3 (2‑се Языков а. м‑н); 1939 — 2,2; 1959 — 1,7; 1989 — 4,5; 2002 — 5,9; 2010 — 6,4. Татарҙар­, башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). «“Благовар” тоҡомло ҡошсолоҡ заводы» ДУП урынлашҡан. Бүздәк а.х. колледжы филиалы, Языков­ урта­ мәктәбе, балалар муз. һәм башланғыс мәктәптәр, ДЮСШ, Балалар техник ижады йорто, Балалар һауыҡтырыу‑белем биреү туризмы һәм тыуған яҡты өйрәнеү үҙәге, 3 балалар баҡсаһы, үҙәк район дауаханаһы, китапханаһы, балалар китап­ханаһы, мәҙәниәт һарайы (7 үҙешмәкәр сәнғәт халыҡ коллективы, ш. иҫ. “Ҡармасан” киностудияһы), тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы, сиркәү, мәсет бар.

Ауылға Өфө­өйәҙе Ҡаршын улусы башҡорттарынан 1792 й. купчий ҡағыҙы б‑са һатып алынған ерҙәрҙә П.А.Бабкиндың алпауыт­ крәҫтиән­дәре Новосёлки‑Ҡармасан исеме м‑н нигеҙ һала. 1795 й. 9 йортта 36 кеше йәшәгән. 19 б. башында алпауыт Языковтар, 19 б. аҙ. граф Толстойҙар биләмәһенә күскән. 1843 й. башлап хәҙ. исемен йөрөтә. 1865 й. Новосёлкиҙа (Архангел, Михайлов, Языков) 76 йортта 566 кеше йәшәгән. Сиркәү, уч‑ще, ярма ярғыс, 2 һыу һәм 2 ел тирмәне булған; улус идараһы урынлашҡан. Игенселек, саба­та үреү м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. (хәҙ. исем) сиркәү, земство­мәктәбе, фельдшер пункты, ваҡытлыса һаҡ аҫтына алыу камераһы, кредит ширҡәте, почта бүлексәһе, шарап, һыра һәм 3 бакалея кибеттәре, 2 һыу һәм 3 ел тирмәне теркәлгән; йәрминкәләр үткәрелгән. 20 б. башында Языков утары м‑н ҡушылған. 30‑сы йй. 19 б. аҙ. нигеҙләнгән 2‑се Языков а. м‑н берләшкән. С.М.Никишин, Г.А. Уш­ков, Р.М.Хәсәнов ошо ауылда тыуған.

Р.Ғ.Ҡорбанғолов

Тәрж.­ Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019