Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯЗЫКОВ, Благовещен р‑нындағы ауыл

Просмотров: 432

ЯЗЫКОВ, Благовещен р‑нындағы ауыл, Яңы Надеждин а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 24 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 47 км алыҫлыҡта Мамонда й. (Иҙәк й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 644 кеше; 1920 — 741; 1939 — 502; 1959 — 251; 1989 — 246; 2002 — 245; 2010 — 195 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, сиркәү бар.

Ауылға 19 б. 1‑се ярт. Өфө­өйәҙендәЯзыковтарҙың алпауыт­ крәҫтиәндәре нигеҙ һалған, тип фараз ителә. Шулай уҡ Иҙәк исеме м‑н билдәле булған. 1865 й. 63 йортта 380 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Тоҡ тегеү һәм поташ з‑дтары теркәлгән. 1906 й. сиркәү (1893 й. төҙөлгән), сиркәү‑мәхәллә­ мәктәбе, китапхана‑уҡыу бүлмәһе, тимерлек, 2 бакалея кибете, мөгәзәй иҫәпкә алынған; ауыл эргәһендә Чижов усадьбаһы булған.

Тәрж.­ Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019