ЯЙҠАР, Әбйәлил р‑нындағы ауыл
653
ЯЙҠАР, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Байым а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 75 км һәм Ташбулат т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 18 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 237 кеше; 1920 — 266; 1939 — 183; 1959 — 150; 1989 — 156; 2002 — 187; 2010 — 157 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.
Ауылға Нуғай даруғаһы Күбәләк улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1756 й. алып билдәле. Яйҡар Шәрипов исеме м‑н аталған. Шулай уҡ Ҡата, Ярҡар булараҡ билдәле булған. 1795 й. 14 йортта 95 кеше йәшәгән, 1866 й. 44 йортта — 265 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр.
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019
Энциклопедиялар: