Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯЙЫҠ, “Урал ­батыр” эпосы персонажы

Просмотров: 422

ЯЙЫҠ, Урал ­батыр” эпосы персонажы, Урал ­батырҙың өлкән улы. Я. теге донъя м‑н бәйле, уның әсәһе – Ҡатилдың ҡыҙы. Эпоста Я. 8 йәшендә килеп сыға, был календарь символикаһына бәйле, тип фараз ителә. Әсәһе, улын Урал батырға ебәргәндә, үҙе тере һыу ярҙамында терелткән 4 батырҙы уға ярҙамға бирә. Атаһы м‑н туғандарына ҡушылып, Я. уларға Ҡәһҡәһәне, Шүлгәнде һәм улар яҡлыларҙы еңергә ярҙам итә. Ул, башҡа туғандары кеүек үк, булат ҡылыс м‑н тауҙа йылға үҙәне йырып ебәрә, һуңынан халыҡ йылғаны уның исеме м‑н атай (ҡара: Урал). “Иҙел менән Яйыҡ” эпосында Я. ҡустыһы Иҙел м‑н атаһының данлы эштәрен дауам итә; “Аҡбу­ҙат”, “Иҙеүкәй­ менән ­Мораҙым”, “Мәргән­ менән­ Маянһылыу” эпостарында, “Ағиҙел менән Яйыҡ” топонимик риүәйәтендә һ.б. телгә алына. Я. образы алтай һәм шорҙарҙың мифологияһындағы эсхатологик миф персонажы, юғары тәңре Ульген м‑н кешеләр араһында аралашсы булған Дьайык (Яйыҡ) тәңреһе м‑н бәйле, тип фаразлана.

З.Ғ.Әминев

Тәрж.­ Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019