Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯКОВЛЕВ Алексей Александрович

Просмотров: 455

ЯКОВЛЕВ Алексей Александрович (29.3.1923, Өфө — 5.4.1990, шунда уҡ), лётчик, капитан (1946). Советтар Союзы Геройы (1946). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Энгельс хәрби авиация пилоттар мәктәбен тамамлаған (1942). Өфө паровоздар ремонтлау з‑дында эшләй. 1940 й. алып Совет Армияһында. 1943 й. ғин. башлап Сталинград, Көньяҡ‑Көнбайыш, 1‑се һәм 4‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 8‑се һауа армияһының 227‑се штурмлау авиация див. 208‑се штурмлау авиация полкының эскадрилья ком. урынбаҫары өлкән лейтенант Я. 153 хәрби осошта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1946) БАССР ДОСААФ‑ында эшләй, 1969 й. алып ӨПЭПБ‑ла хисаплау техникаһын эксплуатациялау һәм ремонтлау бюроһы начальнигы. Ленин (1946), Ҡыҙыл Байраҡ (1943, 1945 й. февр. һәм майы), Александр Невский (1944), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1945, 1985) орд. м‑н бүләкләнгән. Өфөлә ӨПЭПБ бинаһына Я. мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Ғ.Һ.Булатов

Тәрж.­ М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019