Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯКОВЛЕВ Валериан Иванович

Просмотров: 475

ЯКОВЛЕВ Валериан Иванович (2.5. 1932, БАССР‑ҙың Бәләбәй р‑ны Аделькин а.), инженер‑механик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1984), проф. (1992). Харьков авиация ин‑тын тамамлағандан һуң (1956) 39‑сы з‑дта (Иркутск ҡ.), 1959 й. алып РФА Себер бүлексәһенең С.А.Христианович ис. Теоретик һәм ғәмәли механика ин‑тында (Новосибирск ҡ.) эшләй: 1966 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р, 1989 й. – лаб. мөдире, 1996 й. алып баш, 2008 й. – төп ғилми хеҙм‑р; бер үк ваҡытта 1966 й. башлап Новосибирск ун‑тында уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге шыйыҡса, газ һәм плазма ­механикаһына арналған. Я. тарафынан ҡуйы ток үткәреүсән мөхиттә уның үҙгәреүсән магнит ҡыры м‑н тәьҫир итешеүе ваҡытында барлыҡҡа килгән өйөрөлмәле ағымдар; бәреү тулҡыны булған ҡатмарлы газодинамик ағымдар һ.б. тикшерелә; электромагнит ҡыры м‑н матдә араһында энергия алмашыуҙың оптималь шарттары билдәләнә; һыу аҫты суднолары өсөн магнитогидродинамик йөрөт­көс төҙөүҙең теоретик нигеҙҙәре эшләнә; Рейнольдстың магнит һандары сикле булғанда буй магнит ҡырында цилиндр рәүешендәге плазма бағанаһын киңәйтеү б‑са мәсьәләләр һ.б. сиселә. 60‑ҡа яҡын фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Классическая электродинамика: в 2 ч. 2‑е изд., испр. и доп. Новосибирск, 2016—2017.

Тәрж.­ Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019