ЯКОВЛЕВ Владимир Валентинович
ЯКОВЛЕВ Владимир Валентинович (15.4.1946, Свердловск ҡ.), инженер‑электромеханик. Техник ф. д‑ры (2000), проф. (2002). ӨАИ‑ны тамамлаған (1971). 1969 й. алып БР Төҙөлөш комплексы ғилми‑тикшеренеү, проект‑конструкторлыҡ һәм етештереү ин‑тында эшләй: 1976 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р, 1988 й. — бүлек мөдире, 1999 й. — төп ғилми хеҙм‑р. 2002 й. алып ӨДНТУ‑ла. Фәнни хеҙмәттәре бетон һәм тимер‑бетон коррозияһы өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә, коррозиянан һаҡлау проблемаларына, төҙөлөш материалдары үҙенсәлектәрен өйрәнеүгә, уларҙың коррозияға сыҙамлылығын күҙаллауға, төҙөлөштә сәнәғәт ҡалдыҡтарын ҡулланыуға арналған. Тикшеренеү һөҙөмтәләре респ. нефть эшкәртеү з‑дтарын һәм нефтехимия пр‑тиеларын, Әстерхан газ комплексын, Тубыл нефтехимия комб‑тын, “Полиэф” ААЙ‑ын төҙөүҙә производствоға индерелә. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 11 уйлап табыу авторы. Ғилми‑техник йәмғиәттең Башҡ‑н өлкә советы эргәһендәге Тармаҡ‑ара коррозиянан һаҡлау ком‑ты рәйесе (90‑сы йй.).
Х е ҙ м.: Антикоррозионная защита строительных конструкций на химических и нефтехимических предприятиях. Уфа, 1980 (авторҙ.).
М.М.Фәттәхов
Тәрж. Э.М.Юлбарисов