Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯКОВЛЕВ Иван Яковлевич

Просмотров: 423

ЯКОВЛЕВ Иван Яковлевич (13.4. 1848, Сембер губ. Кошки‑Яңы Тимбай а. — 23.10.1930, Мәскәү), педагог‑мәғрифәтсе, яҙыусы. Действительный статский советник (1904). Ҡазан ун‑тын тамамлаған (1875). 1868 й. алып үҙе асҡан Сембер сыуаш уҡытыусылар мәктәбендә уҡыта (1903—19 йй. мөдир), бер үк ваҡытта 1875—1903 йй. Ҡазан уҡыу округының сыуаш мәктәптәре инспекторы. Урыҫ графикаһы нигеҙендә сыуаш алфавитын һәм әлифбаһын эшләгән. Өфө­ губернаһында сыуаш мәктәптәрен асыуға булышлыҡ иткән. 1893 й. һәм 1906 й. Өфөгә килгән. К.В.Иванов, Н.И.Ильминский, Г.И.Комиссаров, Т.С.Кривов, П.М. Миронов һ.б. м‑н хеҙмәттәшлек иткән. 100‑ҙән ашыу китап һәм йыйынтыҡ авторы. 4‑се дәрәжә Изге Владимир (1900), 2‑се (1892) һәм 3‑сө (1889) дәрәжә Изге Анна, 2‑се (1887) һәм 3‑сө (1878) дәрәжә Изге Станислав орд., “1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә” миҙалы м‑н бүләкләнгән. Өфөлә Сыуаш йәкшәмбе мәктәбе бинаһына Я. Миронов м‑н осрашыуына арналған мемориаль таҡтаташ ҡуйылған (1995).

Әҙәб.: Сердцу близкие имена: краеведч. сб. Уфа, 1996.

И.Г.Тарасов

Тәрж. ­Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019