Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯКОВЛЕВКА, Хәйбулла р‑нындағы ауыл

Просмотров: 463

ЯКОВЛЕВКА, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Татырүҙәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 27 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т. табан 85 км алыҫлыҡта Янғыс й. (Таналыҡ й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 82 кеше; 1920 — 168; 1959 — 265; 1989 — 291; 2002 — 337; 2010 — 301 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 19 б. аҙ. Орск­ өйәҙендә күскенсе сыуаштар Яковлевский утары булараҡ нигеҙ һала. 1920 й. Яковлевский (Сыуаш) исеме м‑н иҫәпкә алынған. 50‑се йй. башлап хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Ауыл эргәһендә Яковлевка­ археологик ­комплексы табылған.

Тәрж.­ Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019