Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯКТАШ, судан­ үләне сорты

Просмотров: 376

ЯКТАШ, судан­ үләне сорты. 1994 й. Ф.Х.Лоҡманова, Р.Ә.Биктимеров, Н.М.Кәбирова, Р.М.Шәрипова, Ә.Х. Шакирйәнов (БНИИЗиС) тарафынан тиҙ өлгөрә торған продуктив шәкәр соргоһының Кинельское 3 һәм судан үләненең Чишминская­ ранняя сорттарын яңынан ирекле һеркәләндереү ысулы м‑н сығарыла. Һабағы төҙ, нәҙек, бейеклеге 200—220 см, 5—7 быуын араһы бар, йығылмай. Япрағы ҡыяҡ, бөтә һабаҡ буйлап тигеҙ урынлашҡан. Сәскәлеге — йәйенке йәки ярым ҡыҫынҡы һепертке. Бөртөксәһе оҙонса түңәрәк йәки йомро. Орлоғо ҡараһыу ҡыҙылдан алып ҡара ялтырауыҡлы төҫкә тиклем. 1000 орлоғоноң ауырлығы 13,3 г. Ҡоролоҡҡа, һыуыҡҡа сыҙамлы, иртә өлгөрөүсе сорт, ҡыҙыл бактериаль таптар м‑н уртаса зарарлана. Шытып сыҡҡандан алып орлоҡ өлгөргәнгә тиклем вегетация осоро 95— 100 көн. Уртаса уңдырышлылығы (ц/га): йәшел масса — 414, бе­сән — 80,9, орлоҡ — 25; йәшел масса составында (ҡоро матдәгә күсереп иҫәпләгәндә) 8—10% сей протеин бар (Үҫемлекселек­ селекция­һы­ үҙәге, 2007). Волга‑Вятка төбәге б‑са ҡулланылышҡа 2009 й. индерелгән.

Ф.Х.Лоҡманова

Тәрж. ­Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019