Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯКУНИН Кузьма Петрович

Просмотров: 491

ЯКУНИН Кузьма Петрович (яҡынса 1732 — 1808), Әүжән‑Петровск­ заводтарында­ эшләгән­ заводҡа­ берке­телгән ­крәҫтиәндәрҙән ­Уложенный комиссия­ депутаты. Ҡазан­ губерна­һының Иҫке Мәзин а. дәүләт­ крәҫтиәндәренән. ­Комиссияға завод эштәре күләмен кәметеү, эш хаҡын арттырыу, завод хакимиәтенең власты артыҡ файҙаланыуын булдырмау һ.б. т‑да наказдар тапшыра. “Аҫыл һөйәктәр проекты”н тикшергәндә дворяндарҙың өҫтөнлөктәрен киңәйтеүгә һәм дәүләт крәҫтиәндәрен хосуси заводтарға теркәүгә ҡаршы сығыш яһаған депутаттарға ҡушыла.

И.М.Васильев

Тәрж.­ М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019