Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯКУТОВ И.С. ИСЕМЕНДӘГЕ ПАРК

Просмотров: 509

ЯКУТОВ И.С. ИСЕМЕНДӘГЕ ПАРК, ЯСЙ. Өфөлә урынлашҡан (Ленин урамы, 65/3). Майҙаны — 12 га. 1903 й. Өфө полицмейстеры Г.Г. Бухартовский инициативаһы б‑са халыҡ айыҡлығы паркы урынында халыҡҡа күңел асыр өсөн сквер булараҡ ойошторола, 1918 й. И.С.Якутов исеме бирелә, 1936 й. алып Балалар мәҙәниәт һәм ял паркы, 2003 й. башлап хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Ойошторолған йылында ағас ҡойма ҡуйыла, һыу үткәргес магистраленән тармаҡ эшләнә, абиссин ҡоҙоғо ҡорола, аллеялар яһала, унда тәүге ағасты Өфө вице‑губернаторы Н.Е. Богданович ултырта. 1932 й. сквер янында урынлашҡан Һалдат күле таҙартыла һәм кәмәләрҙә йөрөү ойошторола. 1952 й. парк үҙәгендә Якутовҡа һәйкәл (скульпторы Т.П.Нечаева) асыла, Балалар­ тимер­ юлы төҙөлә. 1967 й. ҡыҙылармеецтар ерләнгән (1918) урында һәйкәл ҡуйыла, 1971 й. “Октябрь революцияһының һәм Граждандар һуғышының һәләк булған геройҙарына” мемориаль комплексына (скульпторы А.П.Шутов) үҙгәртеп ҡорола. 1978 й. түбәһе ябыҡ теннис корты төҙөлә (2006 й. яңыртыла), уның нигеҙендә теннис­ бу­йынса­ олимпия­ резервы­ спорт­ мәктәбе эшләй. 80‑се йй. 2‑се ярт. парк реконструкциялана (проект етәксеһе С.А.Голдобин): үҙәк аллеяға цемент плиталар һалына, уйын автоматтары павильоны төҙөлә, “Автодром”, “Төньяҡ”,“Юнга”, “Ҡояшҡай”, “Ҡыңғырау”, “Сафари”, “Урыҫ бәүелсәктәре” аттракциондары, батуттар ҡуйыла. 1998 й. ГАИ ҡаласығы эшләнә. 2003— 04 йй. “Автодром”, “Төшөүсе башня”, “Электромобилдәр”, “Корсар” һ.б. аттракциондар урынлаштырыла. Парк терр‑яһы даими планировка м‑н айырылып тора; ултыртылған ағастар араһында ҡайын, пирамидаль тирәк, зәңгәр шыршы, тал, йүкә, саған һәм сәскә атҡан ҡыуаҡлыҡтар бар. Парктың көнсығыш өлөшөндә күл ята, унда “Тымыҡ гавань” рестораны урынлашҡан; көнбайышта — т. юл станцияһы, асыҡ һәм түбәһе ябыҡ теннис корттары; төньяҡта — йәйге эстрада, аттракциондар, “Көләс Роджер” спорт‑күңел асыу комплексы урынлашҡан актив ял зонаһы; көньяҡ өлөшөндә хужалыҡ ихатаһы, т. юл өҫтөндәге күпер, “Ишек янында” һәм “Ғаилә” йәйге кафелары бар. Парк терр‑яһында П.И.Зенцовтың ҡәбере (тарих ­ҡомартҡыһы) урынлашҡан, 1964— 88 йй. “Йәшлек” астрономия уҡыу обсерваторияһы эшләй. Ҡыш көнө паркта саңғыла, конькиҙа, санала шыуыу, атҡа, пониға ултырып йөрөү, йәйен кә­мәләрҙә, катамарандарҙа йөҙөү ойошторола; төрлө киң мәҙәни саралар, ш. иҫ. балалар һәм өлкәндәр өсөн спорт саралары, йыл һайын була торған “Изгелек йәрминкәһе” хәйриә акцияһы, иҫтәлекле көндәрҙә ветерандар осрашыуҙары һ.б. үткәрелә; парк эргәһендә йәш тимер юлсылар түңәрәге, Сынығыу һәм спорт ҡышҡы йөҙөү федерацияһы эшләй. Парк тарих­ һәм­ архитектура ­ҡомартҡыһы, 20 б. ҡала­ тө­ҙөлөшө­ ҡомартҡыһы булып тора.

Тәрж.­ Р.Р.Абдрахманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019