Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҠТЫКҮЛ, Мауыҙҙы, Урал й. басс. күл

Просмотров: 506

ЯҠТЫКҮЛ, Мауыҙҙы, Урал й. басс. күл, Башҡортостанда иң тәрән күл, тәбиғәт­ ҡомартҡыһы (1965). Әбйәлил р‑ны Асҡар а. төньяҡ‑көнсығышҡа табан 28 км алыҫлыҡта Башҡортостандың­ Урал­ аръяғының урта өлөшөндәге Ҡотоҡай (664 м), Ҡараңғылыҡ (620 м) түбәләре һәм Яманҡая һыртының армыттары араһында урынлашҡан. Күл өҫтө май­ҙаны — 7,7 км2, оҙонлоғо — 4,1 км, уртаса киңлеге — 1,9 км, уртаса тә­рәнлеге — 10,6 м (макс. — 28 м), һыу күләме — 81,7 млн м3, һыу йыйыу майҙаны — 36,3 км2. Тектоник күл, урта һәм өҫкө девонға ҡараған ирәндек, ҡарамалытау, олотау һәм йылайыр­ свиталарының вулкан, вулкан‑ултырма һәм ултырма тоҡомдары (базальттар, андезитбазальттар һәм уларҙың туфтары, лавобрекчиялар, туффиттар, радиодациттар, туф ҡомташтары, кремнийлы һәүерташтар һ.б.) таралған урында ята; соҡоро асимметриялы. Ағар күл, унан Йәнгел й. ағып сыға. Һыу кимәленең күп йыллыҡ тирбәлеүе — 1,4 м. Туйыныуы ҡатнаш. Һыуы сөсө, гидрокарбонат‑магнийлы. Күл олиготрофлы. Төньяҡта һәм көньяҡта ярҙары һөҙәк, көнсығышта һәм көнбайышта — текә, урыны м‑н ярлауҙар бар. Ландшафы ҡайынлыҡтан, һирәгәйгән ҡарағай һәм ҡарағас урмандарынан ғибәрәт. Яр буйы болондар һәм урмандар м‑н ҡаплаған. Ташлы участкаларҙа дала үҫемлектәре таралған; альп астраһы, ҡан­үлән, сәнскәк ҡуян­ кәбеҫтәһе, төньяҡ таш абағаһы һ.б. үҫә. Көнсығышта һирәкләнгән ҡайынлыҡтан һуң Урал аръяғы далаһы башлана. Алабуға, алтын табан­балыҡ, ҡыҙылғанат, пелядь, ротан, сабаҡ, сөгә, суртан, шамбы, аҡ ҡуян, сел һ.б. йәшәй. Күл буйында “Яҡтыкүл” шифаханаһы һәм Силәбе өлк. дауалау‑һауыҡтырыу учреждениелары урынлашҡан.

Ә.М.Гәрәев

Тәрж.­ А.Н.Күсеев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019