Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҠТЫКҮЛ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл

Просмотров: 369

ЯҠТЫКҮЛ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Ташбулат а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 33 км һәм Ташбулат т. юл ст. К.‑Көнб. табан 16 км алыҫлыҡта Яҡтыкүл күле буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 425 кеше; 1989 — 477; 2002 — 439; 2010 — 418 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Халҡы “Яҡтыкүл” шифаханаһында эшләй. Балалар баҡсаһы бар.

Ауылға 20 б. 30‑сы йй. Магнитогорск металлургия комб‑тының ял йорто ойошторолоуға бәйле Магнитогорск ял йорто ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 50‑се йй. аҙ. башлап хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. хәҙ. статусын ала. Ауыл эргәһендә тәбиғәт­ ҡомартҡылары булып торған Яҡ­тыкүл күле, Ҡараһыйыр ҡарт ҡарағасы урынлашҡан.

Тәрж.­ Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019