Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҠУП, Бүздәк р‑нындағы ауыл

Просмотров: 456

ЯҠУП, Бүздәк р‑нындағы ауыл, Килем а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 30 км алыҫлыҡта Иҙәш й. (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 451 кеше; 1920 — 556; 1939 — 605; 1959 — 495; 1989 — 392; 2002 — 354; 2010 — 312 кеше. Баш­ҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Ҡазан ­даруғаһы Ҡаңлы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1710 й. алып билдәле. 18 б. аҙ. керҙәшлек килешеүе б‑са бында яһаҡлы татарҙар күсеп ултырған (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән). Тәүге төпләнеүсе Яҡуп Мәмәтов исеме м‑н аталған. 1795 й. 3 йортта 15 кеше йәшәгән, 1865 й. 45 йортта — 279 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған. 1906 й. ш. уҡ мөгәзәй теркәлгән. 20 б. башында Яңы Яҡуп бүлендек ауылы (хәҙ. Ҡыҫҡаҡулбаш а.) барлыҡҡа килгәндән һуң Иҫке Яҡуп булараҡ иҫәпкә алынған. 30‑сы йй. башлап хәҙ. исемен йөрөтә.

З.М.Цуканова

Тәрж. ­Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019