Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҠУП, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл

Просмотров: 270

ЯҠУП, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Яҡшембәт а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Ермолаевка т. юл ст. К.‑Көнб. табан 22 км алыҫлыҡта Шайтан й. (Оло Юшатыр й. басс.) тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 674 кеше; 1920 — 569; 1939 — 537; 1959 — 317; 1989 — 400; 2002 — 386; 2010 — 322 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәсет бар.

Ауылға Нуғай­ даруғаһы Бөрйән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1770 й. алып билдәле (И.И. Ле­пёхин булып киткән). 1866 й. 120 йортта 720 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 й. ш. уҡ һыу тирмәне иҫәпкә алынған. 20‑се йй. Яңы Яҡуп бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң Иҫке Яҡуп булараҡ теркәлгән. 50‑се йй. аҙ. башлап хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж.­ Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019