Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҠУП, Кушнаренко р‑нындағы ауыл

Просмотров: 411

ЯҠУП, Кушнаренко р‑нындағы ауыл, Матвеев а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 13 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 71 км алыҫлыҡта Алдауыш й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 402 кеше; 1920 — 245; 1939 — 276; 1959 — 277; 1989 — 164; 2002 — 151; 2010 — 130 кеше. Татарҙар, баш­ҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 18 б. 1‑се ярт. Ҡазан­ даруғаһы Ҡаңлы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улы Ишәле Яҡупов билдәле. 1734 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында ми­шәрҙәр, 18 б. аҙ. ш. уҡ шарттарҙа типтәрҙәр күсеп ултырған. 1865 й. 31 йортта 231 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж.­ Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019