Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҠУП, У р т а у ы л, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл

Просмотров: 431

ЯҠУП, У р т а у ы л, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Иҫке Аҡбүләк а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 21 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 79 км алыҫлыҡта Байҡы й. (Өфө й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 579 кеше; 1920 — 650; 1939 — 470; 1959 — 398; 1989 — 299; 2002 — 273; 2010 — 284 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.

Ауылға 17 б. 2‑се ярт. — 18 б. башында Себер ­даруғаһы Һунлар улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Сыңмырҙа (тәүге төпләнеүсе Сыңмырҙа Йәтиев исеме б‑са) булараҡ нигеҙ һала. 18 б. 1‑се ярт. алып хәҙ. исемен (улус старшинаһы Яҡуп Сыңмырҙин исеме б‑са) йөрөтә. Шулай уҡ Артауыл, Ғәли, Кантон булараҡ билдәле булған. 10‑сы башҡорт кантонының үҙәге булып торған (1816). 1795 й. 18 йортта 80 кеше йәшәгән, 1865 й. 69 йортта — 393 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет (1831 й. төҙөлгән), уч‑ще булған. Ф.М.Мөғәллимов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. ­Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019