Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҠУП ибн НОҒМАН

Просмотров: 453

ЯҠУП ибн НОҒМАН әл ‑Болғари, тарихсы, ҡазый. Имам әл‑Харамайн әл‑Джувайниҙың уҡыусыһы. Биографияһы т‑да документаль мәғлүмәттәр юҡ, Р.Ф.Фәхретдиновтың­ мәғлүмәттәре б‑са, 1165 й. вафат була. “Ислам энциклопедияһы”нда (“Энциклопедия Ислама”; Истанбул, 1942) Я.и.Н. билдәле башҡорт ғалимдарының береһе булараҡ телгә алына. “Тәуарихи Болғарийа” (“Болғар тарихы”; һаҡланмаған) китабы авторы, тип фараз ителә. Китаптың өҙөктәре Гарнати яҙмалары (ул Волга­б уйы­ Болғарында­ бер нисә тапҡыр була һәм 1135–36 йй. Я.и.Н. м‑н осраша), ш. уҡ Казвини ҡулъяҙмалары һәм фольклор материалдары б‑са билдәле. Әҫәр традициялары Хисаметдин ибн Шәрәфетдин Мөслимиҙең “Тәуарихи ­Болғарийа”, Ғ.Соҡоройҙоң,­Т. Ялсы­ғолдоң­ш. уҡ исемле хеҙмәттәрендә дауам ителә.

Әҙәб.:­Фәхретдинов Р. Аҫар. 2‑секит. Өфө, 2009.

М.Х.Иҙелбаев

Тәрж.­ Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019