Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҠУП ТЕЛӘҮЕМБӘТОВ

Просмотров: 499

ЯҠУП ТЕЛӘҮЕМБӘТОВ, Крәҫтиән­дәр­  һуғышында­(1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Себер­д аруғаһының Мырҙалар улусы Ахун а. (БР‑ҙың Салауат р‑ны) башҡорто. 1773 й. дек. аҙ. башҡорт командаһы башында Салауат­ Юлаев отрядына ҡушыла, 1774 й. ғин.—нояб. Пермь провинцияһы һәм Өфө­ провинцияһының Себер даруғаһы терр‑яһында, 3 һәм 5 июндә Үрге Ҡыйғы (БР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны) һәм Себер даруғаһының Тырнаҡлы улусы Уразмәт аа. янында И.И.Михельсон­ етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша. 1774 й. дек. башында Я.Т. ген.‑майор Ф.Ю.Фрейман командаһы тарафынан әсиргә алына. 1775 й. 5 февр. алып Ҡазан­ йәшерен­ комиссияһында, 15 марттан Ҡазан губернаторы ген.‑поручик П.С. Мещерский канцелярияһында тотола. Сенаттың Йәшерен экспедицияһының 1775 й. 27 мартындағы ҡарары м‑н “Остзей” гарнизонына һалдат итеп хеҙмәткә ебәрелә. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

И.М.Гвоздикова

Тәрж.­ М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019