Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҠУПОВ Мансур Ҡалтай улы

Просмотров: 618

ЯҠУПОВ Мансур Ҡалтай улы (17.9. 1939, Сталинград өлк. Яңы Урусовка а. – 27.9.1973, Өфө), рәссам. Рәс­самдар­союзы ағзаһы (1968). Абрамцево художество‑сәнәғәт уч‑щеһын тамамлағандан һуң (Хотьково ҡ., 1962) Пенза ҡ. эшләй. 1965 й. алып РСФСР Художество фондының Башҡ‑н бүлексәһе (Өфө) рәссамы.

Башҡортостандың проф.­ биҙәүҡул­ланма­с әнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, скульптура өлкәһендә эшләй. Нәфис­ керамика ­сәнғәте әҫәрҙәрендә (“Легенда” монументаль панноһы, 1965; “Онотолмаған”, “Быуат”, икеһе лә – 1966; “Шүрәле” маскалары һәм шәмдәлдәре, 1972 й. тирәһе; “Бәләкәй будёновсы”, “Икмәк‑тоҙ” сувенир һындары һ.б) һәм скульптурала (“Әкиәтсе”, “Тормош тәгәрмәсе”, “Ҡарт яугир”, бөтәһе лә – ағас; “Ҡыҙыл ат”, “Башҡорт башы”, “Ассоль”, бөтәһе лә – шамот; барыһы ла – 1960 йй. — 70‑се йй. башы) форманы стилләштереү, күләм‑киңлек һәм төҫтәрҙең хәл ителеше, фактура м‑н ижади эксперименттар яһау күҙаллана. Республикала тәүгеләрҙән булып художестволы сүкеү техникаһын үҙләштергән (ҡара: Нәфис ­металл­ сәнғәте): уның ҙур булмаған эштәрендә һәм монументаль панноларында башҡорт эпосы, тарихи ваҡиғалар (“Башҡортостан улдары”, “Ҡымыҙ”, икеһе лә – 1966; “Уралда”), хәҙ. заман (“Бесән сабыусы башҡорттар”, “Вьетнам” триптихы; бөтәһе лә – 60‑сы йй. аҙ. – 70‑се йй. башы) сағылыш тапҡан. “Башҡортостан” рестораны, “Мотор­э шләүсе” мәҙәниәт һарайы, “Баш­ҡортостан” ТРК‑һы һ.б. биналарын биҙәүҙә ҡатнашҡан (ҡара: Монументаль ­сәнғәт). 1965 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәһе — Өфө (1969). Эштәре БДХМ‑да һаҡлана. Ғ.Сәләм ис. пр. лауреаты (1969).

Әҙәб.: Скульптура Башкортостана: кат. 1‑й респ. выст. /авт.‑сост. И.Н.Оськина. Уфа, 1996; Профессиональное декоративно‑прикладное искусство Башкортостана: кат. 1‑й респ. выст. /авт.‑сост. С.В.Евсеева. Уфа, 1997.

Л.В.Бондаренко

Тәрж.­ Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019