Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҠУПОВ Назим Мөхәмәтйән улы

Просмотров: 398

ЯҠУПОВ Назим Мөхәмәтйән улы [7.7.1928, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Ҡарасайылға а. (БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны) — 20.2.2009, Одесса ҡ.], капитан (1956), тарихсы. Советтар Союзы Геройы (1957). Тарих ф. д‑ры (1970), проф. (1972). Украина ССР‑ының атҡ. фән эшмәкәре (1987). Венгрияла хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы (1956). Львов хәрби‑сәйәси уч‑щеһын (1951), Одесса ун‑тын (1962) тамамлаған. 1945 й. башлап 628‑се з‑дта, 26‑сы Дәүләт союз з‑дында (икеһе лә – Өфө) эшләй. 1948 й. алып Совет Армияһында. 1951 й. башлап 3‑сө танк ротаһы, 1954 й. — уртаса танкылар һәм үҙ йөрөшлө артиллерия установкалары өсөн механик‑водителдәр әҙерләү б‑са уҡыу ротаһы, 1955—56 йй. 1‑се танк батальонының сәйәси эштәр б‑са ком. урынбаҫары. Герой исеменә танк батальонының сәйәси эштәр б‑са ком. урынбаҫары капитан Я. 1956 й. 18 дек. Венгрияла күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 1966 й. алып Одесса ун‑тында (1972 й. башлап КПСС тарихы каф. мөдире), 1968 й. – МДУ‑ла эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре революция ­(1917)­ваҡиғаларына һәм Бөйөк­ Ватан­ һуғышы­ йылдарында Украинаны азат итеүгә арналған. Ленин (1956), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) орд. м‑н бүләкләнгән. Я. исеме м‑н Кушнаренко р‑ны Кушнаренко а. урам аталған; тыуған ауылында ул уҡыған мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ, Львов ҡ. (Украина) бюст ҡу­йылған.

Х е ҙ м.: Большевики во главе революционных солдатских масс, 1917 — янв. 1918 г. Киев, 1967; Весну принесли на знамёнах: (об освобождении Одесщины от немецко‑фашистских захватчиков весной—летом 1944 г. бойцами 3‑го Украинского фронта). 2‑е изд. Одесса, 1984.

Р.В.Гәрәев, ­И.Ғәримова

Тәрж.­ М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019