Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҠУПОВА Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы

Просмотров: 144

ЯҠУПОВА Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы (24.6.1948, БАССР‑ҙың Ғафури районы Сәйетбаба а.), яҙыусы. БР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1992). БДУ‑ны тамамлаған (1976). 1967 й. алып (өҙөклөк менән) “Звезда” гәзите (1976 й. башлап бүлек мөдире, 1980 й. — мөхәррир урынбаҫары), 1984 й. — “Башҡортостан ҡыҙы” журналы хеҙмәткәре; 1991 й. алып “Ағиҙел” журналында яуаплы секретарь, 2003–08 йй. өлкән мөхәррир. “Автограф” исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1992 й. сыға. “Мөхәббәткә мәҙхиә” (1996), “Йөрәк хаты” (1998), “Әҙәм вә Һауа” (2008) шиғри йыйынтыҡтарына ингән әҫәрҙәре кешеләргә, Ватанға һөйөү менән тулы. “Йыртҡыс ҡаны” йыйынтығына (2003), “Ҡатындар” трилогияһына (2013), “Патриот” китабына (2016) индерелгән роман, повесть һәм хикәйәләренә гражданлыҡ рухы, баҙыҡ һәм образлы тел, фәлсәфәүилек хас. “Ярғанат” (1993), “Ғәжәп хәбәр” (1995), “Тылсымлы ҡәләм” (2016) һ.б. хикәйәләр һәм шиғырҙар йыйынтыҡтары балаларға арналған. Балалар өсөн яҙылған «“Ҡыҙыл китап” аманаты» (2 томда, 2004–2006), “Тәбиғәттә ҡунаҡта=В гостях у Природы” (2017) һ.б. китаптарында тыуған яҡ тәбиғәтен һаҡларға һәм яратырға саҡыра. С.Т.Аксаковтың “Ал сәскә” (“Аленький цветочек”; тәржемә 1992) әкиәтен, Б.Л.Васильевтың “Ә таңдар бында тып‑тын...” (“А зори здесь тихие...”; тәржемә 2005), Ляо Шэнең “Ай урағы” (“Серп луны”; тәржемә 2006) повестарын, Ю.А.Андрианов, В.В.Денисов, Р.В.Паль, А.П.Филиппов, сыуаш шағирәһе Р.Сарби әҫәрҙәрен, бер туған Гримм әкиәттәрен, Г.Бичер‑Стоу хикәйәләрен башҡорт теленә тәржемә итә. Я. әҫәрҙәре урыҫ һәм татар телдәренә тәржемә ителгән. Шиғырҙарына А.Х.Ғабдрахманов һ.б. композиторҙар тарафынан йырҙар яҙылған. Ж.Ғ.Кейекбаев исемендәге (2006), М.Гәрәев исемендәге (2012), Һ.Дәүләтшина исемендәге (2020) премиялар лауреаты. Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән (2018).

Ә ҫ ә р ҙ.: Память сердца. Уфа, 2008; Үләнле ер — үлмәгән, кейекле ер — бөлмәгән!: шиғырҙар, хикәйәләр, әкиәттәр, йомаҡтар. Өфө, 2009; Күперләр: повесть. Уфа, 2017.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 22.08.2022