Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҠУТ, ғәрәп сәйәхәтсеһе

Просмотров: 436

ЯҠУТ (Йаҡут әр‑Руми ибн Абдаллаһ әл‑Хәмәүи Әбү Абдаллаһ Шиһаб әд‑Дин; яҡынса 1179, Хама ҡ., Сүриә — 20.8.1229, Халеб ҡ., шунда уҡ), ғәрәп сәйәхәтсеһе, географ, тарихсы, филолог. Бағдад ҡ. сауҙагәрҙә приказчик һәм сауҙа агенты булып эшләгән ваҡытта Яҡын һәм Урта Көнсығыш илдәре буйлап сәйәхәттә була. “Иршад әл‑әриб илә Мәрифәт әл‑әдиб” (“Әҙәбиәтселәр һүҙлеге”, яҡынса 1218 й.; 7 б. – 13 б. башы ғәрәп ғалимдары һәм яҙыусыларының 1100‑гә яҡын биографияһын үҙ эсенә алған) һәм “Муджам әл‑булдан” (“Илдәр һүҙлеге”, яҡынса 1224 й.; төрлө илдәр һәм халыҡтарҙың геогр., тарихи, топонимик мәғлүмәттәре дөйөмләштерелгән) хеҙмәттәре авторы. Үҙенең эштәрендә Гарнати, ­Ибн­Фаҙлан,­ Сәлләм­Тәржемән­ һ.б. хеҙмәттәрен киң ҡулланған. Башҡорттарҙы “баш кирд”, “баш джирд” этнонимдары (ҡара: Башҡорт) аҫтында тасуирлаған. Я. ярашлы, башҡорттар Венгрияға күскәнгә тиклем болғарҙар илендә йәшәгән һәм ислам динен тотҡан.

Әҙәб.:­К р а ч к о в с к и й И.Ю. Избранные сочинения. Т.4. М.; Л., 1957.

И.М.Аҡбулатов

Тәрж.­ М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019