Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҠУТ ТЕЛЕ

Просмотров: 469

ЯҠУТ ТЕЛЕ, саха теле, төрки­ телдәрҙең­ береһе (уйғыр төркөмө). Яҡуттарҙың милли теле; күпселек эвендарҙың, эвенктарҙың, юкагирҙарҙың һәм төньяҡ‑көнсығыш Себерҙәге башҡа халыҡтарҙың төбәк милләт‑ара аралашыу теле. Саха Респ. (Яҡутия) дәүләт теле. Шулай уҡ Красноярск крайының Таймыр (Долган‑Ненец) р‑нында, Хабаровск крайында, Амур, Иркутск, Магадан өлк. һ.б. таралған. Һөйләшеүселәр һаны – 457 меңгә яҡын кеше (2002). Я.т. боронғо төрки телдәрҙең, атап әйткәндә, орхон‑йәнәсәй ­ҡомартҡылары теленең­ үҙенсәлектәре айырыуса ныҡ һаҡлаған. Әҙәби Я.т. фольклор теле йоғонтоһонда 19 б. аҙ. — 20 б. башында үҙәк һөйләш нигеҙендә формалаша. 2 диалект төркөмө бар: вилюй һәм төньяҡ‑көнбайыш һөйләштә­ренән торған көнбайыш (о‑лаштырып һөйләшеү), үҙәк һәм төньяҡ‑көнбайыш һөйләштәренән торған көнсығыш (а‑лаштырып һөйләшеү). Долган диалекты Я.т. үҙ аллы тел булараҡ эвенк теле йоғонтоһонда айырым үҫеү һәм эске үҙгәртеп ҡороу процесында айырылып сыға (ҡара: Долган ­теле). Я.т. фонетикаһына башланғыс дөйөм төрки [с] фонемаһының юғалыуы, сағ., яҡутса “уу” (һыу) — дөйөм төрки телендә “сув”, “үүт” (һөт) – “сүт”; [з] һәм [ш] фонемаларының [с] фонемаһына күсеүе, сағ., яҡутса “кыыс” (ҡыҙ) — дөйөм төрки телендә “кыз”, “таас” – “таш”; баштағы [й] фонемаһының [с] фонемаһына күсеүе, сағ., яҡутса “суол” (юл) — дөйөм төрки телендә “йол”, “сыл” — “йыл”; нигеҙ уртаһында [т] һәм [й] фонемаһының тап килеүе хас, сағ., яҡутса “атах” (аяҡ) — дөйөм төрки телендә “айак”, “хатын” (ҡайын) – “кайың” һ.б. Морфологияһында рәт һандары төп һандарҙан башҡорт телендә ‑ынсы аффиксына тап килгән ‑с аффиксы ярҙамында яһала, сағ., яҡутса “иккис” — башҡортса “икенсе”, “биэс уон сэттис” – “илле етенсе”. Я.т. һүҙлек составы нигеҙендә дөйөм төрки лексикаһы ята; иртә үҙләштерелгән һүҙҙәргә монгол теленән, һуң үҙләштерелгәндәргә эвен, эвенк һәм урыҫ­ телдәренән­ ингән күп һүҙҙәр ҡарай. Синтаксисы типик төрки төҙөлөшлө. Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәрҙә башлыса теркәүесһеҙ бәйләнеш таралған. Яҙыуы­1922 й. халыҡ‑ара фонетик транскрипция нигеҙендә булдырыла; 1929 й. алып латин алфавиты, 1939 й. башлап кириллица ­нигеҙендә башҡарыла. Хәҙ. яҡут алфавиты 40 хәрефтән тора.

Г.Д.Ибраһимов

Тәрж.­ Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019