Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҠШАЙ, Туймазы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 544

ЯҠШАЙ, Туймазы р‑нындағы ауыл, Ҡарат а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Туймазы т. юл ст. К.‑Көнб. табан 47 км алыҫлыҡта Ыҡ й. (Кама й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 434 кеше; 1920 — 571; 1939 — 399; 1959 — 326; 1989 — 152; 2002 — 97; 2010 — 85 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Ҡазан­ даруғаһы Ҡыр‑Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Шулай уҡ Мостафа, Муса исемдәре м‑н теркәлгән. 1795 й. 4 йортта 15 кеше йәшәгән, 1865 й. 28 йортта — 142 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, уч‑ще булған. 1906 й. мәсет, һыу тирмәне, бакалея кибете, мөгәзәй иҫәпкә алынған.

Тәрж.­ Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019