Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҠШЕМБӘТ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл

Просмотров: 414

ЯҠШЕМБӘТ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Яҡшембәт а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Ермолаевка т. юл ст. К.‑Көнб. табан 27 км алыҫлыҡта Ыҫ­майыл й. (Оло Юшатыр й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 581 кеше; 1920 — 808; 1939 — 732; 1959 — 800; 1989 — 743; 2002 — 837; 2010 — 835 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡ­саһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 17 б. 2‑се ярт. Нуғай­ даруғаһы Бөрйән улусы башҡорттарының­ аҫаба­ ерҙәрендәш. уҡ даруғаның Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары нигеҙ һала. 1755 й. Ырымбур губ. канцелярияһының указы б‑са бында Сәлтәш Нөркин (Нөркәев) етәкс. ҡалмыҡтар килеп ултырған. 1795 й. 14 йортта 136 кеше йәшәгән, 1866 й. 80 йортта — 429 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. М.Т.Аҙнабаев, Т.Ә. Аҙна­баев, Ф.Ғ.Ғәлиев, Р.Ғ.Дәүләтбаева, Ф.Х.Шәфиев ошо ауылда тыуған.

Тәрж. ­Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019