Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҠШЕМБӘТ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл

Просмотров: 405

ЯҠШЕМБӘТ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Мораҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 7 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 74 км алыҫлыҡта Оло Эйек й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 224 кеше; 1920 — 249; 1939 — 239; 1959 — 281; 1989 — 243; 2002 — 230; 2010 — 190 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Нуғай­ даруғаһы Ҡара‑Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1795 й. 19 йортта 179 кеше йәшәгән, 1866 й. 19 йортта — 127 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 19 б. аҙ. мәсет иҫәпкә алынған. 1900 й. 2 һыу тирмәне теркәлгән.

Тәрж.­ Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019