Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҠШЫБАЕВ Роберт Әсғәт улы

Просмотров: 462

ЯҠШЫБАЕВ Роберт Әсғәт улы [17.5.1952, БАССР‑ҙың Абҙан р‑ны Үтәғол а. (БР‑ҙың Ейәнсура р‑ны)], физик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1992), проф. (1993). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1998), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2002). Урал ун‑тын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1974) 1977 й. алып шунда уҡ эшләй. 1978 й. башлап БДУ‑ла: 1993—94 йй., 2000 й. алып физика ф‑ты деканы, бер үк ваҡытта дөйөм физика каф. мөдире; 2010 й. — Физика‑техника ин‑ты директоры. 1994—99 йй. БР‑ҙың Фән, юғары һәм урта проф. белем биреү б‑са дәүләт ком‑ты рәйесе. Фәнни эшмәкәрлеге ҡатмарлы халькогенид берләшмәләрҙе синтезлауға, уларҙың структур үҙенсәлектәрен һәм физик үҙсәнлектәрен өйрәнеүгә арналған. Я. тарафынан юғары ион һәм ҡатнаш ион‑электр үткәреүсән берләшмәләр тикшерелә, үтә юғары ион үткәреүсәнлек критерийҙары һ.б. эшләнә. 180‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 7 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Изучение суперионного фазового перехода в системе СuCr1–xVxS2 рентгенографическим и магнитным методами //Физика твёрдого тела. 2000. Т.42. Вып.8 (авторҙ.); Электронный переход в интеркалированном дисульфиде CuCrS2 //Шул уҡ. 2004. Т.46. Вып.12 (авторҙ.).

З.Х.Ҡыуатов

Тәрж.­ Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019