Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҠШЫБАЕВ Сабит Ғәбделбасир улы

Просмотров: 440

ЯҠШЫБАЕВ Сабит Ғәбделбасир улы [1890, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Һөйәрғол а. (БР‑ҙың Учалы р‑ны) – 14.7.1930, Өфө], сценограф. 1912 й. Ҡазан художество мәктәбендә уҡыған. Әүжән‑Петровск­ заводтарында һәм алтын приискыларында, 1912 й. алып “Сәйяр” театр труппаһында, Граждандар­ һуғышы йылдарында ҡыҙылармеецтар театрҙары труппаларында, 1920 й. – Башҡорт дәүләт драма театрында (Өфө) эшләй.

Башҡортостанда иң тәүге рәссам‑декораторҙарҙың береһе. Үҙ эштәрендә Я., милли көнкүреш предметтарын һәм аксессуарҙарын файҙаланып, дөйөм планлаштырыуға өҫтөнлөк биргән. Ул “Сәйяр” труппаһына килгәндән һуң спектаклдәрҙең художество биҙәлеше режиссёрҙың идеяһына тап килә башлай: Ғ.Камалдың “Банкрот” һәм “Беҙҙең ҡала серҙәре” (икеһе лә – 1912), Ф.Әмирхандың “Тигеҙһеҙҙәр” (1915) һ.б. Башҡорт­ драма­ театрында Н.В.Гоголдең “Тикшереүсе”, Е.П.Карповтың “Эшселәр биҫтәһе”, М.А. Буранғоловтың “Ашҡаҙар”, А.М.Таһировтың “Янғура”, М.Фәйзиҙең  “Хәмдиә”, Х.К.Ибраһимовтың “Мосафир мулла”, Г.Хәмиттең “Һинд ҡыҙы” спектаклдәрен биҙәгән. С. Ғиззәтуллина‑Волжская, Ғ.Камал, Ғ.Хәйруллин­-Ҡа­рыевтың портреттары (1910 йй.), “Ауыл”, “Өй”, “Татар крәҫтиәне”, “Татар” (1920 йй.) халыҡ примитивы стилендәге жанр композициялары һәм портреттары авторы. 1912 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша.

Р.Р.Солтанова

Тәрж. ­Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019