Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҠШЫБАЕВА Лира Миңлеәхмәт ҡыҙы

Просмотров: 716

ЯҠШЫБАЕВА Лира Миңлеәхмәт ҡыҙы (15.2.1947, БАССР‑ҙың Ғафури р‑ны Сәйетбаба а.), яҙыусы. Яҙыу­сылар­союзы ағзаһы (2004). БДУ‑ны тамамлаған (1975). 1969—2002 йй. Баймаҡ р‑ны, Сибай ҡ. мәктәптәрендә уҡыта. “Һылыу ҡарағас” исемле тәүге китабы 2005 й. сыға. Шулай уҡ Лира Әхмәт‑Яҡшыбаева псевдонимы м‑н баҫыла. Я. әҫәрҙәре хәҙ. замандың актуаль әхлаҡи проблемаларына арналған. “Исемем Салауат булһын” китабына (2009) балалар өсөн хикәйәләр ингән; “Ашҡаҙар вальсы” повесы (2018) мәктәп хәтирәләренә һ.б. арналған. Ж.Ғ. Кейекбаев, Ҡ.Ҡ.Латипов, З.Х.Рәсүлев, Ғ.Сәиди һ.б. тормошо һәм эшмәкәрлеге т‑да китаптар авторы. “Мөжәүир хәҙрәт” (2008; ҡара: М. Сиражетдинов) әҫәре мотивтары б‑са Сибай ­башҡорт­драма­ театры­ сәхнәһендә “Әүлиә” спектакле (2017) ҡуйылған. Я. әҫәрҙәре татар, урыҫ телдәренә тәржемә ителгән. Р.Өмөтбаев ис. (2008), Ж.Кейекбаев ис. (2011), М.Буранғолов ис. (2017) пр. лауреаты.

Ә ҫ ә р ҙ.: Бөтәбеҙгә лә бер Ер шары: повестар. Өфө, 2013; Халҡыбыҙ изгеләре. Өфө, 2014; Зайнулла‑ишан: в 2 ч. Уфа, 2016. Әҙәб.: Б ү л ә к о в а Ғ.М. Әҙибәнең әйтер һүҙе. Өфө; Сибай, 2009.

Тәрж.­ Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019