Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҠШЫДӘҮЛӘТОВ Йәркәй Әнүәр улы

Просмотров: 686

ЯҠШЫДӘҮЛӘТОВ Йәркәй Әнүәр улы (1.1.1943, Баймаҡ ҡ. – 8.9.2005, Өфө), журналист. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1989). Журналис­тар­ союзы ағзаһы (1978). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1970) Баймаҡ һәм Ҡыйғы р‑ндары мәктәптәрендә эшләй. 1972–78 йй. (өҙөклөк м‑н) һәм 1987 й. алып “Башҡортостан пионеры” (ҡара: “Йәншишмә”) гәз. бүлек мөдире; 1978 й. сент. башлап “Совет­ Башҡортостаны” гәз. хеҙм‑ре. 1989 й. алып “Башҡортостан” ДТРК‑нда: 1992 й. башлап “Тамаша” ижади берекмәһендә өлкән мөхәррир, 1999 й. – етәксе; 2002–03 йй. “Башҡортостан” ТРК ДУП‑ында. Башҡ‑н ТВ‑нда милли юмористик жанрға нигеҙ һалыусыларҙың береһе; Башҡорт филармонияһының “Ҡыҙыҡ һәм Мәҙәк” проекты авторы. Ислам­ мәсьәләләренә арналған “Йома” (1991–2005) дини‑мәғрифәт тапшырыуының, “Замана” (1989–94) публицистик тележурналының, сит илдә йәшәгән ватандаштарыбыҙҙың тормошо т‑дағы репортаждарҙың авторы һәм алып барыусыһы. Башҡорт телендәге мосолман календарҙарын төҙөүселәрҙең береһе. Ш.Хоҙайбирҙин ис. пр. лауреаты (1991).

Ш.Ғ.Ғилманова

Тәрж.­ Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019