Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҠШЫМБӘТОВ Малик Нәсих улы

Просмотров: 489

ЯҠШЫМБӘТОВ Малик Нәсих улы (18.4.1944, Кемерово ҡ. — 18.2. 1993, Өфө, БР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Асҡар а. ерләнгән), кинорежиссёр. Бөтә Союз дәүләт кинематография ин‑тын тамамлағандан һуң (1969; Г.Н.Чухрай оҫтаханаһы) “Казахфильм” к/ст, 1985 й. алып “Казахтелефильм” студияһында (Алма‑Ата) эшләй. 1991—93 йй. “Башҡортостан” к/ст художество етәксеһе. 20‑нән ашыу документаль, документаль‑публицистик һәм нәфис фильм төшөргән: “Зоопаркта йәй” (“Лето в зоопарке”; “Казахфильм” к/ст, 1977), “Салауат Юлаев көндәре” (“Дни Салавата Юлаева”, 1991), “Аксаков һәмБашҡортостан” (“Аксаков и Башкирия”, 1991; икеһе лә —“Башҡортостан” к/ст), “Таштағы ҡуйы ҡаным” (“На камне кровь моя густая”;“Башҡортостан” ДТРК‑һы, 1992) һ.б. фильмдар. 1992 й. “Башҡортостан” к/ст Я. тарафынан “Азатлыҡ ҡапҡаһы” [“Врата свободы”; “Көмөш ярым ай” (“Серебряный полумесяц”) Халыҡ‑ара кинофестивале дипломанты, Ашхабад, 1992] исемле тәүге тулы метражлы документаль фильм төшөрөлә. Я. исемен Асҡарҙағы кинотеатр йөрөтә.

Тәрж.­ Р.Р.Абдрахманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019